Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Төбәктең Кластерлы үҫтереү үҙәге «Эшлекле Рәсәй» менән хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Иҡтисад

БР Кластерлы үҫтереү үҙәге менән «Эшлекле Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе араһындағы хеҙмәттәшлек итеү хәҙер рәсми килешеү менән нығытылды.

«Башинформ» агентлығына республиканың Кластерлы үҫтереү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, хеҙмәттәшлек төбәктә эшҡыуарлыҡты уңышлы үҫтереү һәм инвестицион мөхитте яҡшыртыу өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.

Килешеүҙе тормошҡа ашырыу сиктәрендә БР Кластерлы үҫтереү үҙәге һәм «Эшлекле Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе эксперттар советтарын, Башҡортостан эшҡыуарҙары менән консультациялар үткәрергә ниәтләй.

Бынан тыш, яҡтар бергә эшлекле форумдар үткәрергә, килешеүҙең маҡсаттарына ирешеүгә йүнәлтелгән мәғлүмәт менән уртаҡлашыуҙы ойошторорға планлаштыра.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть