10 декабрь, Шәмбе

23 май 2012 йыл, 11:38

Рөстәм Хәмитов ихаталарҙа заманса парковкалар булдырырға тәҡдим итте

автор: Людмила Терновая | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә йорт алды биләмәләренең торошо менән танышты, уларҙа быйыл йәй «500 ихата» программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ремонт үткәреү планлаштырыла. Төбәк башлығы СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы ихатала булды. 1968 йылда төҙөлгән йортта яҡынса 250 кеше йәшәй. Рөстәм Хәмитов йорт алды биләмәһендә урынлашҡан 20-ләгән гаражға иғтибар итте, әммә машиналар газонда парковкаланған. Был йортта йәшәүсе халыҡ гараждарҙы һүтеү мәсьәләһен бер генә тапҡыр ҡуҙғатмаған. Президент ремонт эштәрен үткәреү барышында уларҙы һүтергә тәҡдим итте.

— Гараждарҙы һүтеп, берсә юлды ла ремонтларға кәрәк. Хәҙер бөтә кешенең дә тиерлек автомобилдәре урамда тора, уларға бер ни ҙә булмай. Тимер гараждар – үткән быуат бит инде, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Йорт комитеты рәйесе Лидия Меньшоваға мөрәжәғәт итеп, Президент былай тине:

— Һеҙ барлыҡ ойоштороу мәсьәләләре менән шөғөлләнеп, башҡарылған эшкә контроллек итәсәкһегеҙ.

Баш ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов мәсьәләнең контролгә алынасағын әйтте. Алдағы ваҡытта ремонт эштәре үткәреләсәк биләмәләр һәм гараждар торған майҙандар йортта йәшәүселәрҙең мөлкәтенә тапшырыласаҡ, тип билдәләне ул.

Президент шулай уҡ ихатала ағастарҙың күп булыуына иғтибар итте.

— Бәлки, ағастарҙы — һирәкләтергә, ә һынып ҡоларға торғандарын бысып ташларға кәрәктер, — тип тәҡдим итте республика башлығы. – Ике аҙна элек Өфөлә көслө ел сығып, ағас ҡоланы, һөҙөмтәлә бер егет һәләк булды. Ағастарҙы бысыу мәсьәләһе ҡыҙыҡ күренһә лә, был бик етди эш.

Лидия Меньшова республика Президенты менән һөйләшеү барышында йортта йәшәүсе халыҡтың әүҙем булмауы хаҡында әйтте. Шуға күрә, урындарҙа ҡарала торған төҙөкләндереү мәсьәләләре хәл ителмәй. Республика Президенты, элек торлаҡ мәсьәләләренең күпселеген халыҡ үҙ аллы хәл итә торғайны, тип иҫенә төшөрҙө.

— Беҙ һеҙҙе инвентарь, инструменттар менән тәьмин итеп, ҡара тупраҡ, үҫентеләр алып килә алабыҙ, әммә ҡалған эште үҙегеҙ башҡарырға тейешһегеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. – 1 июлдә бында тағы ла бер тапҡыр килеп, башҡарылған эштең сифатын тикшерәсәкбеҙ. Әммә халыҡҡа әҙ генә сабыр итергә кәрәк, сөнки ремонт эштәре ҡайһы бер уңайһыҙлыҡтар тыуыҙырасаҡ.

Пландарға килгәндә, Рөстәм Хәмитов, йыл һайын Өфөлә кәм тигәндә 500 ихата ремонтланасаҡ, тип белдерҙе.

— Был һанды бер меңгә тиклем еткереү яҡшы булыр ине, алдағы йылдарҙа баш ҡаланың ремонт талап ителгән барлыҡ 5000 ихатаһында ремонт үткәрелер ине, — тине республика башлығы. – Был эштәр сиктәрендә гараждарҙан ҡотоласаҡбыҙ, уларҙың урынында заманса парковкалар булдырыласаҡ.