4 декабрь, Йәкшәмбе

23 май 2012 йыл, 9:50

Башҡортостан Президенты Уругвай делегацияһы менән осрашты

автор: «Башинформ» | фото: Андрей Старостин

Шишәмбе, 22 майҙа, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда ANCAP дәүләт компанияһы етәксеһе Рауль Фернандо Сендик Родригес етәкселегендәге Уругвай делегацияһы менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Сит ил ҡунаҡтары Өфөгә эш визиты менән килде – улар республиканың сәнәғәт һәм инвестицион мөмкинлектәре менән таныша, шулай уҡ «Газ. Нефть. Технологиялар-2012» күргәҙмәһендә ҡатнаша.

Рөстәм Хәмитов Уругвай делегацияһына халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнашҡаны өсөн рәхмәтен белдерҙе.

— Һеҙ республика компаниялары етәкселәре менән бер нисә осрашыу үткәрергә планлаштыраһығыҙ. Был һөйләшеүҙәр уңышлы үтер, тип ышанам, — тине осрашыуҙа Башҡортостан Президенты.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, яғыулыҡ-энергетика комплексы, машиналар эшләү, нефть химияһы һәм геологоразведка хеҙмәттәшлек итеү өсөн төп йүнәлештәр була ала.

— Һеҙҙең корпорацияның аҙыҡ-түлек продукттары менән дә эш итеүен, шәкәр етештереүен беләм. Беҙҙе хеҙмәттәшлек итеүҙең барлыҡ йүнәлештәре лә ҡыҙыҡһындыра. Уругвай географик яҡтан уңайлы урынлашҡан, һеҙҙә шулай уҡ уңайлы инвестицион мөхит булдырылған. Республикағыҙ бизнесмендары беҙҙең ил бизнесы менән ҙур кинәнес менән эшләр ине. Беҙгә бындай хеҙмәттәшлекте документтарҙа нығытырға кәрәк, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең министрлыҡтар һәм һеҙҙең компания араһындағы меморандумға ҡул ҡуйыу артабан хеҙмәттәшлек итеү өсөн ныҡлы нигеҙ булдырасаҡ, тип уйлайым.

Үҙ сиратында Рауль Фернандо Сендик Родригес республика башлығына Башҡортостанға саҡырғаны өсөн рәхмәтен белдерҙе.

— Мин инде һигеҙ йыл дауамында Уругвайҙың яғыулыҡ компанияһына етәкселек итәм. Илдә иң ҙур компания һаналған беҙҙең предприятие биояғыулыҡ, нефть химияһы менән дә эш итә, аҙыҡ-түлек продукттары етештерә. Алда әйтеп үтелгән барлыҡ өлкәләрҙә лә Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек булдыра алырбыҙ, тип уйлайым, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Уругвайҙың рәсми делегацияһы башлығы Башҡортостан Президенты менән осрашыу барышында.