8 декабрь, Кесе йома

22 май 2012 йыл, 18:00

Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Свердлов урамы ихаталарын тикшерҙе

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Бөгөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Свердлов урамындағы 45-се, 47-се һәм 49-сы йорттар ихаталарын ҡараны һәм урындағы халыҡ менән аралашты. Был ихаталарҙың торошо насар: подъездарға илткән юлдар соҡорло, бордюрҙар емерек, парковкалау урындары юҡ, бала майҙансығы төҙөкләндерелмәгән. Биш ҡатлы панель йорттар ҙа, унда йәшәүселәр һүҙҙәренсә, насар хәлдә.

— Йыл һайын 500-шәр ихата төҙөкләндерәсәкбеҙ, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Ә был ихаталар ай-ай ярым эсендә төҙөкләндереләсәк. Иртәгә бында төҙөүселәр килеп, ремонт эштәрен башлаясаҡ. 1 июлдә бында тағы ла бер тапҡыр килеп, эш һөҙөмтәләрен тикшерәсәкмен.

Ошо ваҡытҡа тиклем биналарҙың фасады тәртипкә килтереләсәк, асфальт түшәләсәк, бала майҙансығы төҙөләсәк, территорияны йәшелләндереү өсөн сәскә үҫентеләре һатып алынасаҡ, тип ышандырҙы Президент.