Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.37

EUR 63.12

16 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса республика советы ултырышында административ кәртәләрҙе бөтөрөү темаһы ҡараласаҡ

Иҡтисад

Кесе йома, 24 майҙа, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса республика советы ултырышы үтә, унда эшҡыуарҙар алдында килеп тыуған административ кәртәләр темаһы тикшерелә. Ултырышта республиканың башҡарма власть органдары, йәмәғәт эшҡыуарлыҡ ойошмалары, фән һәм инфраструктура ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, Совет составының яртыһынан ашыуын йәмәғәт эшҡыуарлыҡ ойошмалары вәкилдәре тәшкил итә.

Тикшереүгә сығарылған мәсьәләләрҙе һәр яҡлап ентекле тикшереү маҡсатында ултырышта республика Прокуратураһы, Монополияға ҡаршы федераль агентлыҡтың Башҡортостан буйынса идаралығы һәм Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт средстволарын һөҙөмтәле ҡулланыуға йәмәғәт контроле буйынса совет вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть