Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә офис күсемһеҙ милкенә ихтыяж арта

Иҡтисад

2012 йылдың беренсе кварталы аҙағында Өфөнөң күсемһеҙ милек баҙарында 2011 йылдың һуңғы кварталы менән сағыштырғанда офистарға ныҡ ҡына ихтыяж артыуы күҙәтелә. Белгестәр быны фирмалар, компаниялар һәм финанс структураларының юғары эшмәкәрлеге менән аңлата.

Башҡортостандың баш ҡалаһындағы күсемһеҙ милек агентлыҡтарының береһенән хәбәр итеүҙәренсә, объекттар һатыу буйынса тәҡдимдәрҙең күп булыуы фонында, ғәҙәттәгесә, офис күсемһеҙ милкен ҡуртымға алыуға һорау өҫтөнлөк итә – 75 процент. Биналарҙы һатып алырға теләгәндәргә ни бары 25 процент тура килә.

Быйыл тәүге өс айҙа 100 квадрат метрҙан кәмерәк майҙанлы офистар ҙур һорау менән ҡуллана – 48 процент. 100 — 300 «квадрат» майҙанлы объекттарға ла ихтыяж ҙур – 39 процент. Ҡағиҙә булараҡ, былар эре федераль компанияларҙың, банктарҙың офистары, клиент офистары.

Мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы офистарҙы һатып алыу осраҡтары бик һирәк теркәлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть