Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

1 июндән «Өфө» аэропортынан Барселонаға рейс асыла

Иҡтисад

Йәйге отпускылар миҙгелендә «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Ларнакаға (Кипр) һәм Барселонаға (Испания) даими рейстар асыла. Рейстар «Трансаэро» авиакомпанияһының Boeing-737-800 самолеттарында башҡарыласаҡ.

«Өфө» аэропортының маркетинг бүлегендә хәбәр итеүҙәренсә, Кипрҙың иң боронғо ҡалаларының береһе менән тура авиабәйләнеште авиакомпания 29 апрелдә үк булдырған. Ул ваҡытта аҙнаһына бер рейс башҡарылған, әммә 30 майҙан осоштар йышлығы аҙнаһына ике тапҡырға тиклем артасаҡ.

Испанияның курорт ҡалаһы — Барселонаға 1 июндән рейс асыу планлаштырыла. Ул 28 сентябргә тиклем аҙнаһына бер тапҡыр башҡарыласаҡ.

Маркетинг бүлеге белгестәре бидәләүенсә, юл ете сәғәтте аласаҡ, әммә бындай оҙайлы осош үҙен аҡлай, сөнки ҡала үҙенең климаты, мәҙәниәте, сәнғәте, тарихы, музыкаһы, модаһы менән дан алған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть