2 декабрь, Йома

22 май 2012 йыл, 16:36

Баш ҡалала «Йылы өмөт елдәре» хәйриә концерты үтте

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар өсөн йорт-интернатында «Байтул мал» фонды менән ойошторолған «Йылы өмөт елдәре» хәйриә концерты үтте. Сара Башҡортостандың социаль приюттарында һәм бала йорттарында тәрбиәләнеүселәрҙе берләштереү, ололарға ҡарата ихтарам тәрбиәләү, балаларҙа яуаплылыҡ тойғоһон формалаштырыу маҡсатында ойошторолдо.

Тамашасылар алдында буласаҡ артистар – З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаусылар һәм студенттар, бала йорттарында тәрбиәләнеүселәр сығыш яһаны. Фирүзә Вәлиуллина башҡорт көйҙәрен скрипкала уйнап ишеттерҙе, Рәдиф Бохарбаев ҡурайҙа уйнаны. 1-се һәм 9-сы бала йорттарында тәрбиәләнеүселәр йырҙар һәм бейеүҙәр менән сығыш яһаны.

«Байтул мал» фонды директоры ярҙамсыһы Ралина Төхвәтуллина тамашасыларға йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәтен белдерҙе.

Осрашыу бергәләп сәй эсеү менән тамамланды.

«Байтул мал» фонды бала йорттарында һәм социаль приюттарҙа тәрбиәләнеүселәр менән әүҙем эш алып бара. 2012 йыл башынан 370 бала өсөн мини-футбол буйынса ике чемпионат ойошторолдо. Шулай уҡ балалар Өфө музейҙарына, кинотеатрҙарға, спорт ярыштарына йөрөй. «Минең һөнәрем» проекты сиктәрендә ҡала предприятиелары буйлап улар өсөн экскурсиялар үткәрелде.