Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 1 млрд һумдан ашыу суммаға текстиль һәм теген продукцияһы тейәп оҙатылған

Иҡтисад

2012 йылдың беренсе кварталында Башҡортостанда 1 млрд 90 млн һумға текстиль һәм теген продукцияһы тейәп оҙатылған, 2011 йылға ҡарата 27,9 процент күләмендә үҫеш күҙәтелгән. Туҡыма материалдар, махсус кейем һәм йөн туҡыма сығарыуҙы арттырыу иҫәбенә сәнәғәт производствоһы индексы 116,8 процентты тәшкил иткән.

Продукция бөтә Рәсәй төбәктәренә, БДБ илдәренә һәм алыҫ сит илдәргә оҙатыла.

Ошо уҡ мәлдә төп роль 90 процент күләмендә тармаҡ продукцияһы сығарыуҙы тәьмин иткән текстиль сәнәғәтенә тура килә.

БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығында билдәләүҙәренсә, сеймалға хаҡтар артыуы, предприятиеларҙың энергия ресурстары менән тәьмин итеүсе монополистарға бәйле булыуы, әйләнештә аҡса етмәүе һәм кредиттар йәлеп итеү мөмкинлегенең сикләнгән булыуы, техника паркының насар яңыртылыуы һәм импорт менән конкуренцияның көсәйеүе әүәлгесә тармаҡ предприятиелары өсөн төп проблема булып ҡала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть