9 декабрь, Йома

22 май 2012 йыл, 16:00

Иртәгә БР мәғариф министры интернет ҡулланыусыларҙың һорауҙарына яуап бирәсәк

автор: "Башинформ"

Шаршамбы, 23 майҙа «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Әлфис Ғаязовтың онлайн-конференцияһы үткәрелә. Конференция барышында, 11.00-дән 12.00-гә тиклем, министр сайтҡа килгән һорауҙарға яуап бирәсәк.

«Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бер сәғәт дауамында «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында Әлфис Ғаязовтың интернет ҡулланыусылар менән аралашыуының видеотрансляцияһы алып барыласаҡ. Аралашыуҙың видеояҙмаһын тура эфирҙан һуң да, «Онлайн-конференциялар архивы» бүлегендә ҡарап буласаҡ.

Министрлыҡ етәксеһенә i-gazeta.com сайтына ингән һәр кеше һорау бирә ала. Бының өсөн «Ижтимағи электрон гәзит» сайтының баш битендәге «Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Ә.С. Ғаязовтың онлайн-конференцияһы» бүлегендә бирелгән тейешле форманы тултырырға кәрәк. Һорауығыҙҙы конференция башланғансы ла, уның барышында ла ебәрергә мөмкин. Һорау «Ижтимағи электрон гәзит»тә ҡабул ителгән ҡағиҙәләргә ярашлы формалаштырылған булырға тейеш.

темалар: мәғариф