7 декабрь, Шаршамбы

22 май 2012 йыл, 15:59

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Космонавтика федерацияһы вәкилдәре менән осрашты

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

21 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Космонавтика федерацияһы вәкилдәре менән осрашты, делегацияны ике тапҡыр Советтар Союзы геройы, СССР-ҙың летчик-космонавты, авиация генерал-полковнигы, Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты Владимир Коваленок етәкләй.

Делегация Өфөгә «Башҡортостан Республикаһында Гагарин көндәре»ндә ҡатнашыу өсөн килде. Осрашыуҙа Өфөлә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн аэрокосмик үҙәк төҙөү мөмкинлектәре, Башҡорт дәүләт университетында булдырылған Йыһан хеҙмәттәре инновация-белем биреү үҙәге эшмәкәрлеген оҙатыу, шулай уҡ республикала йәшәүсе балаларҙың «Байконур» космодромына барыуын ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.

Рөстәм Хәмитов республиканың авиация, йыһан сәнәғәтенә туранан-тура бәйле булыуын билдәләне.

— Беҙҙең предприятиеларҙа, атап әйткәндә, ракета двигателдәре өсөн яғыулыҡ, йыһан караптары өсөн запас частар етештерелә. Бынан тыш, беҙҙә авиация сәнәғәте үҫешкән, — тип билдәләне республика башлығы. Ул Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең хәрби авиация өсөн двигателдәр етештереү тармағында төп предприятие булыуын иҫкә төшөрҙө.

— Әлегә беҙ Англияла үтәсәк «Фарнборо» күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн белгестәр төркөмөн әҙерләйбеҙ. Был күргәҙмә ағымдағы йылдың йәйендә үтә. Унда беҙҙең республика стенды тәҡдим ителәсәк. Яҡынса исеме — «Өфө — авиация һәм йыһан технологиялары ҡалаһы». Шуға күрә беҙҙең сәнәғәт донъя кимәленә тап килһен өсөн, беҙҙә заманса ҡеүәтле производстволар булһын өсөн был йәһәттән тырышып эш итәбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Төбәктә «Башҡортостан Республикаһында Гагарин көндәре»н үткәреү йолаһы дауам итәсәк, тип ышандырҙы Президент. Өфөлә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн аэрокосмик үҙәк асыу тураһында һүҙ йөрөтөп, «республика властары бындай үҙәкте урта дөйөм белем биреү мәктәптәренең береһе – гимназия нигеҙендә булдырырға ниәтләй, унда балаларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап биреү менән бер рәттән, илдең был өлкәлә белгестәр әҙерләгән юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә алырлыҡ балалар әҙерләү мәсьәләләре лә хәл ителергә тейеш», тине республика башлығы.

Осрашыу барышында мәктәп уҡыусылары һәм студенттарҙың «Байконур» космодромына сәфәрен йыл һайын ойоштороу, «Минең йыһан донъяһы» проектын дауам итеү һәм Өфө планетарийы нигеҙендә йыһан йәки аэрокосмик музей булдырыу мөмкинлектәре тикшерелде.