11 декабрь, Йәкшәмбе

22 май 2012 йыл, 15:08

Өфөлә юбилейлы «Газ. Нефть. Технологиялар-2012» күргәҙмәһе асылды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков

Бөгөн Өфөлә «Газ. Нефть. Технологиялар-2012» ХХ халыҡ-ара күргәҙмәһе асылды. Был Рәсәйҙең нефть химияһы тармағындағы иң ҙур сараларҙың береһе.  Күргәҙмәне асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Нефть һәм газ сәнәғәтселәре союзы президенты Геннадий Шмаль, РФ Энергетика министрлығы вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.  

— Рәсәй газ запасы буйынса беренсе урын биләй, нефть сығарыу буйынса беҙ беренсе тиҫтәгә инәбеҙ. Технологиялар буйынса ғорурланырлығыбыҙ бар, әммә был йүнәлештә тағы эшләргә кәрәк. Сөнки беҙҙең киләсәк — тап ошонда, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең республикала бер-бер артлы ҙур ваҡиғалар булып тора. Үткән аҙнала ҙур әһәмиәткә эйә, етди «Ҙур химия» форумы үтте, бөгөн — «Газ. Нефть. Технологиялар». Былар барыһы ла — бер сылбырҙың быуындары.  

— Беҙгә яңы күргәҙмә майҙандары кәрәк. Өфөлә төҙөлөш башлағандарҙан күргәҙмә корпустары, проблеманың тиҙ арала хәл ителерен көтәбеҙ, — тип дауам итте республика башлығы. – Беҙҙәге ошондай әһәмиәтле саралар эшендә ҡатнашырға теләүселәр күп.

Рөстәм Хәмитов юбилейлы күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла газ һәм нефть табыуҙа ғына түгел, иң элек яңы технологиялар, технологик процестар һәм ҡорамалдар уйлап табыу һәм эшләп сығарыуҙа уңыштар теләне.

— Беҙгә был нефть һәм газға ҡарағанда ла нығыраҡ кәрәктер, бәлки, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.

РФ Энергетика министрлығының Нефть һәм газ сығарыу һәм транспортлау департаменты директоры урынбаҫары Виктор Антошин әйтеүенсә, нефть-газ комплексын төбәк-ара һәм халыҡ-ара интеграция нигеҙендә генә үҫтерергә мөмкин.  

— Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар һәм күргәҙмәнең бай эш программаһы был сараны мөһим ваҡиғаға әйләндерер һәм тармаҡ үҫешенә ҙур өлөш индерер, тип ышанам, — тине ул.        

Был сарала Рәсәйҙең 30 төбәгенән һәм сит илдәрҙән алдынғы компаниялар ҡатнаша. Улар нефть һәм газ сәнәғәте өлкәһендәге өр-яңы ҡорамалдарын, алдынғы технологияларын тәҡдим итә. Башҡортостан исеменән «Башнефть», «Сода», «Синтез-Каучук», «Каустик», «Газпром нефтехим Салауат», «Туймазы геофизика ҡорамалдары заводы», «Полиэф», «Буринтех», «БР Нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы институты» кеүек предприятиелар сығыш яһай.

Күргәҙмә сиктәрендә киң эш программаһы ла ҡаралған. Алты фәнни-ғәмәли конференция, семинарҙар һәм ҡатнашыусыларҙың презентациялары үтәсәк.  Яҡын төбәктәрҙән, шулай уҡ Көнбайыш Себерҙән, Алыҫ Көнсығыштан, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән нефть табыу һәм эшкәртеү предприятиеларының 12 меңгә яҡын белгесе күргәҙмә менән танышырға ниәтләй.

«Газ. Нефть. Технологиялар-2012» күргәҙмәһенең ойоштороусылары булып Энергетика министрлығы, БР Хөкүмәте һәм БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы ярҙамында Башҡортостан күргәҙмә компанияһы, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы сығыш яһай.

Күргәҙмә үҙ эшен 25 майҙа тамамлай.