Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә композитор Рәүеф Мортазин иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды

Йәмғиәт

Өфөнөң Карл Маркс урамында билдәле башҡорт композиторы Рәүеф Мортазинға мемориаль таҡтаташ асылды. Сарала БР Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, ижади хеҙмәткәрҙәр, Өфө мәктәптәрендә уҡыусы балалар ҡатнашты.

— Башҡорт классик музыкаһына нигеҙ һалыусы ғүмере буйына көсөргәнешле эшләгән. Халыҡ ижады өлгөләрен йыйып, ул Башҡортостан райондары буйлап бихисап фольклор экспедицияһында ҡатнашҡан, — тине мемориал төҙөү башланғысы менән сығыш яһаған БР Композиторҙар союзы рәйесе Рәит Ғайсин. – Бөтә жанрҙарҙа ла тиерлек Мортазин яҡты эҙ ҡалдырҙы.

— Рәүеф Әхмәт улы һуғышта ла ҡатнашҡан, «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланған, — тип һөйләне уның дуҫы – композитор Данил Хәсәншин.

— Бөгөн бик күп матур һүҙҙәр яңғыраны, һеҙгә оло рәхмәтлемен, — тип сарала ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итте композиторҙың ҡыҙы Римма Мортазина. – Хәҙер беҙҙең йорт эргәһенән үтеүсе кешеләр мемориаль таҡтаташты күреп, һәр саҡ атайҙы иҫкә аласаҡ.

Теги: хәтер
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть