Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала 2020 йылға тиклем урман хужалығын үҫтереү программаһы раҫланды

Иҡтисад

Башҡортостан Хөкүмәте 2012-2020 йылдарға республиканың урман хужалығын үҫтереү буйынса оҙайлы сроклы маҡсатлы программа раҫланы. Документты әҙерләүсе һәм уның дәүләт заказсыһы булып БР Урман хужалығы министрлығы сығыш яһай.

БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, биш ярҙамсы программа урман хужалығын үҫтереүҙең барлыҡ мөһим йүнәлештәрен үҙ эсенә ала. Улар -  кадрҙар менән һәм фәнни-техник йәһәттән тәьмин итеү; урмандарҙы һөҙөмтәле файҙаланыу, урман реестры алып барыу, янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү; урмандарҙы тергеҙеү; урмандарҙы зыянлы организмдарҙан һәм башҡа кире факторҙарҙан, шулай уҡ янғындан һаҡлау.

Әлеге программаны тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәлелеге 34 төп күрһәткес һәм индикатор буйынса баһаланасаҡ. Программа өс этапта ғәмәлләштерелә.

Беренсе этап 2014 йылға тиклем иҫәпләнгән. Ул төбәктә янғын һәм санитар хәүефһеҙлек буйынса һөҙөмтәле системалар булдырыуға, реестр алып барыуға, матди-техник базаны нығытыуға, урмандарҙы тергеҙеүгә йүнәлтелгән.

2015-2017 йылдарға иҫәпләнгән икенсе этап урман тәрбиәләү эштәрен үҫтереүҙе, урман юлдарын төҙөүҙе, шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү системаһын камиллаштырыуҙы күҙ уңында тота.

2018-2020 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ өсөнсө этап урмандарға инвентаризация үткәреү системаһын булдырыу, Башҡортостанда берҙәм генетик-селекцион комплекс формалаштырыу буйынса эшмәкәрлекте тамамларға тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть