8 декабрь, Кесе йома

22 май 2012 йыл, 13:04

Йылайыр районында алты гектар урман ут эсендә ҡалған

автор: Галина Бахшиева

Уҙған тәүлектә Башҡортостандың Йылайыр урман хужалығы биләмәһендә түбәндән таралған янғын һүндерелгән. Янғындың дөйөм майҙаны алты гектарҙы тәшкил иткән. Уны һүндереүҙә 18 кеше ҡатнашҡан, алты техника берәмеге йәлеп ителгән. Әлеге ваҡытта төбәктә һүндерелмәгән янғындар юҡ, тип хәбәр иттеләр БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

2012 йылдағы янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып Башҡортостандың урман фонды биләмәһендә 35 урман янғыны теркәлгән. Шуларҙың 14-е — кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ эш итеүе, береһе – йәшен арҡаһында, икәүһе – ойошмалар ғәйебе буйынса, тағы икәүһе баҫыуҙарҙағы ҡамылды яндырыу арҡаһында сыҡҡан. Ҡалған 16 янғындың ни сәбәпле сығыуы әле асыҡлана.

Ут үткән урман участкаларының дөйөм майҙаны 205 гектарҙан артып киткән.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, БР Урман хужалығы министрлығының диспетчер идараһы пункты тәүлек әйләнәһенә эшләй. Урман һағының «тура линия»һы телефоны: 8(347)262-40-39 йәки 8-800-100-94-00 (бөтә телефондарҙан да шылтыратыу бушлай).