6 декабрь, Шишәмбе

22 май 2012 йыл, 12:20

Дүрт ай йомғаҡтары буйынса Башҡортостан бюджеты профицит менән үтәлгән

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

2012 йылдың ғинуар-апрелендә Башҡортостандың тупланма бюджеты дүрт миллиард һум тиерлек профицит менән үтәлде. Республиканың Финанс министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, уның табыштары 46 млрд 773,5 млн һумды тәшкил иткән, сығымдар 42 млрд 774,9 млн һум күләмендә финансланған. Уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 7,1 һәм 32,2 процент күләмендә үҫеш күҙәтелгән.

Һалым һәм һалым булмаған түләүҙәр күләме 37 млрд һумдан ашып киткән, был уҙған йылдағы күрһәткестән туғыҙ процентҡа күберәк. Физик шәхестәр табышына һәм ойошмалар килеменә һалым табыш алыуҙың төп сығанаҡтары булған – уларҙың дөйөм күләме һалым һәм һалым булмаған табыштарҙың дөйөм күләменең яртыһынан аша. Артабан акциздар, мөлкәткә, дәүләт һәм муниципаль милекте файҙаланыуҙан алынған табышҡа һалымдар килә.

Сығымдар структураһында әүәлгесә социаль өлкә өҫтөнлөк итә. Республика ҡаҙнаһы средстволарының 80 проценттан ашыуы пенсияларға, пособиеларға, стипендиялар, медицина страховкалауына, субсидияларға һәм башҡаһына йүнәлтелгән.  

2012 йылдың ғинуар-апрелендә Башҡортостан Республикаһы бюджеты табыштар буйынса  – 38 млрд 516,7 млн һум суммаһына (2011 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 107,3 процент), сығымдар буйынса 35 млрд 203,7 млн һум күләмендә (135,8 процент) үтәлгән.

Урындағы бюджеттарҙың табышы 19 млрд һумдан ашып киткән (2011 йылға ҡарата 116,7 процент). Сығымдар 18 млрд 367,7 млн һум суммаһына финансланған (122,6 процент).

темалар: бюджет өлкәһе