9 декабрь, Йома

22 май 2012 йыл, 11:35

«Алтын тирмә» фестивалендә Бәләбәйҙең «Браво» театр-студияһы Гран-при яуланы

автор: Розалия Вәлиева

Стәрлебаш районында «Алтын тирмә» төбәк-ара милли театрҙар фестивале тамамланды. Бәләбәй мәҙәниәт йортоноң «Браво» рус халыҡ театр-студияһы Гран-при яуланы.

Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, милли театрҙар фестивале өс йылға бер үткәрелә, ул иң яҡшы театр коллективтарын, уңышлы спектаклдәрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән. Быйыл был матур сарала Хакасия, Татарстан һәм Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан да театр коллективтары ҡатнашты.

Республикала йәмғеһе 128 халыҡ һәм өлгөлө театр коллективы бар. Улар араһында 57 – башҡорт, 36 – татар, 29 – урыҫ, 4 – сыуаш, 2 – мари, 30 балалар театры.

Февраль-март айҙарында комиссия 123 театрҙың спектаклдәрен ҡараны.

Сараны ойоштороусылар һүҙҙәренсә, репертуар һайлау һәүәҫкәр театрҙарҙың төп проблемаһы булып тора. Ғәҙәттә, коллективтар түбән сифатлы драматургия материалын һайлай. Әммә Ауырғазы, Краснокама, Илеш, Балтас, Баймаҡ, Борай, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Мишкә, Ейәнсура, Учалы, Өфө, Яңауыл райондары, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Межгорье, Октябрьский ҡалаларының ижади коллективтары юғары кимәлдәге постановкалар тәҡдим итте.

Фестиваль һөҙөмтәләре буйынса Хакасия Республикаһы Кызлас ауылы мәҙәниәт йортоноң Хакасия халыҡ театрына беренсе урын бирелде. Илеш районы мәҙәниәт йортоноң «Сағыл» татар халыҡ театры һәм Ауырғазы районы мәҙәниәт йортоноң «Ауырғазы» театры икенсе урынға сыҡты. Учалы районы Ҡорама ауылы мәҙәниәт йортоноң «Ҡорама» башҡорт халыҡ театры, Октябрьский ҡалаһы мәҙәниәт йортоноң «Ыҡ» татар халыҡ театры һәм Ишембай районы Кинйәбулат ауылы мәҙәниәт йортоноң «Зөбәржәт» башҡорт халыҡ театры өсөнсө булды.