Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә Белорет көнө үтәсәк

Йәмғиәт

28 майҙа баш ҡаланың «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында «Өфөлә Белорет көнө» байрам сараһы үтә, ул Белорет ҡалаһына 250 йыл тулыуға арнала.

Белорет районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 15 сәғәттә Мәҙәниәт һарайы фойеһында ҡаланың тарихы һәм социаль-иҡтисади үҫеше хаҡында һөйләгән «Белорет – кисә, бөгөн, иртәгә» күргәҙмәһе асыла. Сарала социаль өлкә ойошмалары һәм сәнәғәт предприятиелары ҡатнаша. Бынан тыш, сувенир продукцияһы йәрминкәһе һәм ҡаланың аҙыҡ-түлек сәнәғәте һәм йәмәғәт туҡланыу предприятиелары менән сығарылған тауарҙар күргәҙмә-йәрминкәһе эшләйәсәк.

19 сәғәттә Белорет районынан сыҡҡан республиканың танылған сәнғәт оҫталары һәм райондың иң яҡшы ижади коллективтары ҡатнашлығындағы ҙур байрам концерты үтә.

Сараға инеү бушлай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть