6 декабрь, Шишәмбе

21 май 2012 йыл, 18:09

Журналистар Камил Шаһвәлиев һәм Владимир Мазин Башҡортостандың юғары наградаларына лайыҡ булды

автор: Алик Шакиров

Беҙҙең коллегалар, республиканың билдәле журналистары — «Рәсәй мәғлүмәт телеграф агентлығы (ИТАР-ТАСС)» федераль дәүләт унитар предприятиеһының Башҡортостан Республикаһындағы үҙ хәбәрсеһе Камил Шаһвәлиев һәм «Сельская новь» журналының, «Сельская жизнь», «Российская кооперация», «Крестьянские ведомости» гәзиттәренең Башҡортостандағы үҙ хәбәрсеһе Владимир Мазин республиканың юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды.

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Указдары менән Камил Шаһвәлиев Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән наградланды, ә Владимир Ивановичҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән почетлы исем бирелде.

«Башинформ» агентлығы коллективы ысын күңелдән хеҙмәттәштәрен был юғары наградалар менән ҡотлай һәм артабанғы ижади уңыштар теләй.