8 декабрь, Кесе йома

21 май 2012 йыл, 16:09

Ҡурай байрамындағы төп приз - автомобилде Өфөнән килгән ҡурайсы алды

автор: Розалия Вәлиева | фото: oktlife.ru сайтынан

Октябрьскийҙа Республика ҡурай байрамы тамамланды. ВАЗ-2107 автомобиле һәм ижади ярыштың абсолют еңеүсеһе исеме Өфө егете Венер Юлдыбаевҡа бирелде.

«Ансамблдәр» категорияһында 16 йәштән өлкәндәр төркөмөндә беренсе урынды Салауат ҡалаһынан «Төньяҡ амурҙары» коллективы алды, ошо уҡ номинацияла 16 йәшкә тиклемгеләр төркөмөндә «алтын» Сибайҙан «Ирәндек» ансамблендә. Туймазынан Альберт Лотфуллин менән Благовещендан Айнур Назаров иң яҡшы яңғыҙ башҡарыусылар тип табылды, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Октябрьский нефтяник» гәзите хәбәрсеһе Галина Викторова.

XII Республика ҡурай байрамы арҙаҡлы йырсы, фольклор йыйыусы һәм ҡурай буйынса беренсе профессиональ педагог Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, сарала район һәм ҡалаларҙан 263 кеше ҡатнашты. Йола буйынса ул 18 майҙа ҡурайсыларҙың «Бәйге» конкурсынан башланды һәм иртәгәһенә ҡаланың үҙәк майҙанында театрлаштырылған тамаша менән дауам итте. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы компетентлы жюри ағзалары, шул иҫәптән күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре, билдәле педагогтар һәм башҡарыусылар баһаланы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Азат Айытҡолов жюри рәйесе булды.

темалар: ҡурай байрамы