10 декабрь, Шәмбе

21 май 2012 йыл, 14:11

Республика парламентарийҙары һәләтле балаларға ярҙам итеү буйынса Татарстан тәжрибәһен өйрәнә

автор: Людмила Терновая

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет етәкселәре Рауил Бикбаев һәм Эльвира Юнысова 22 майҙа Татарстан Республикаһы Дәүләт Советының Мәҙәниәт, фән, мәғариф һәм милли мәсьәләләр буйынса комитетының һәм «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу барышына контроллек итеү буйынса комиссияһының күсмә ултырышында ҡатнаша. Ултырыш Татарстандың Аҡтаныш районында үтә. Көн тәртибендә — Татарстанда һәләтле йәштәр һәм балалар менән эшләү мәсьәләләрен, шулай уҡ «Мәғариф тураһында»ғы Татарстан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү хаҡында» һәм «Татарстан Республикаһында халыҡҡа адреслы социаль ярҙам күрһәтеү тураһында» ТР закон проекттарын тикшереү.