Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалым керемдәренең 30 процентҡа артыуы теркәлгән

Иҡтисад

Башҡортостанда файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалым керемдәре өстән бер өлөшкә тиерлек артҡан. 2012 йылдың ғинуар-апрелендә уның күләме 18 млрд 938 млн һумды тәшкил иткән, был уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткестән 4 млрд 689 млн һумға, икенсе төрлө әйткәндә, 32,9 процентҡа күберәк, тип хәбәр иттеләр Федераль һалым хеҙмәтенең республика идаралығында.  

— Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалымдың 99 проценты тиерлек нефть табыуға һалынған һалым иҫәбенә тәьмин ителә, 2012 йылдың дүрт айында уның керемдәре 18 млрд 757 млн һумды тәшкил иткән, йәғни 4 млрд 667 млн һумға (33,1 процентҡа) үҫеш күҙәтелгән. Быға ай һайын нефть табыуға һалым ставкаһын билдәләүсе Урта диңгеҙ һәм Роттердам нефть сеймалы баҙарҙарында Urals маркаһындағы нефткә хаҡ артыуы сәбәпсе, — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

«Башинформ»дың бығаса хәбәр итеүенсә, ғинуарҙан апрелгә тиклем һалымсылар бөтә кимәлдәге бюджеттарға 67,5 млрд һум самаһы аҡса күсергән, 2011 йыл менән сағыштырғанда был 8,9 процентҡа күберәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть