7 декабрь, Шаршамбы

21 май 2012 йыл, 12:12

Аҙна аҙағына көндәр бер аҙ һыуытасаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда аҙна аҙағына ҡарай бер аҙ һалҡынайтасаҡ. Кесаҙнаға тиклем республикала көндөҙ — 24-27 градус, төнөн 8-13 градус йылы буласаҡ.

Рәсәй Гидрометеоүҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, аҙнаның икенсе яртыһынан термометр бағанаһы көндөҙ — плюс 15 градусҡа, төнөн өс градусҡа тиклем төшәсәк.

Айырым райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар булыуы ихтимал.

темалар: һауа торошо