Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.49 ↓

EUR 63.17 ↑

23 май, Шишәмбе

Уфа   °

24 майҙа баш ҡалала Йәштәр палатаһы ултырышы үтә

Сәйәсәт

24 майҙа Өфөлә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының икенсе ултырышы үтә. Унда йәш парламентарийҙар – Башҡортостандың муниципаль райондары һәм ҡала округтары Советтары ҡарамағындағы Йәштәр советтары ағзалары слетына, шулай уҡ йыл һайын үткәрелеүсе «Мин — граждан» йәштәр форумына әҙерлек мәсьәләләре тикшереләсәк.

Бынан тыш, ултырышта «Башҡортостан Республикаһының закон сығарыусыһы» норматив хоҡуҡи акттар конкурсына йомғаҡ яһау, ағымдағы йылдың икенсе ярты йыллығына эш планын раҫлау планлаштырыла. Йәштәр палатаһы ағзалары шулай уҡ Палата ҡарамағындағы комиссиялар эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәт тыңлаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть