4 декабрь, Йәкшәмбе

21 май 2012 йыл, 11:46

Башҡортостанда ғинуар – апрелдә һалым йыйыуға йомғаҡ яһалды

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостан һалымсылары 2012 йылдың тәүге дүрт айында яҡынса 67,5 млрд һум һалым йыйған. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда керемдәр 5,5 млрд һумдан ашыуға, йәғни 8,9 процентҡа артҡан, тип хәбәр иттеләр Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса Идаралығында.

Тупланған средстволарҙың 44,3 проценты федераль бюджетҡа күсерелгән, ҡалған өлөшө территориаль ҡаҙнаны тулыландырған. 2011 йылға ҡарата 3,1 процент һәм 14,1 процент күләмендә үҫеш теркәлгән.

Бөтә кимәлдәге бюджеттарға керемдәрҙең төп өлөшө файҙалы ҡаҙылмалар табыуға, акциздарға, ойошмаларҙың табышына һалым, физик шәхестәр килеменә һәм өҫтәмә ҡиммәткә һалым иҫәбенә формалашҡан, тип билдәләнеләр Һалым идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

темалар: һалым