9 декабрь, Йома

21 май 2012 йыл, 11:45

Өфөлә Бөтә Рәсәй «ғаилә» конгресы үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

23 майҙа Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған саралар сиктәрендә Өфөлә V «Ғаилә һәм бала саҡ: тәжрибә, проблемалар һәм уларҙы хәл итеү мөмкинлектәре» бөтә Рәсәй конгресы үтә.

Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм ғаиләне социаль яҡлау министрлығы, Рәсәй дәүләт социаль университет менән берлектә, Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ярҙамында «Рәсәй ғаиләһе» милли йәмәғәт комитеты бишенсе йыл рәттән Өфөлә бындай мөһим сара үткәрә.

«Башинформ» агентлығына республиканың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, конгресс эшендә РФ Федераль Йыйылышы Федерация Советының социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесе Валерий Рязанский, «Рәсәй ғаиләһе» милли йәмәғәт комитетының беренсе вице-президенты, Рәсәй дәүләт социаль университеты ректоры Лидия Федякина, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Владимир Коваленко, шулай уҡ «Рәсәй ғаиләһе» милли йәмәғәт комитетының төбәк бүлексәләре вәкилдәренең ҡатнашыуы көтөлә.

Конгресс программаһы пленар һәм секция ултырыштарын, фәнни дискуссияларҙы үҙ эсенә ала.

Бынан тыш, конгресс сиктәрендә Башҡортостан Республикаһында Рәсәй сәйәсәте мәктәбе менән ойошторолған «Бәләкәй кешеләрҙең ҙур проблемалары» исемле түңәрәк өҫтәл үтә, унда сәйәсмәндәр һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнаша. «Бәхетле бала саҡ өсөн» исемле берҙәм Декларация ҡабул итеү ултырыштың төп маҡсаты булып тора.

Бөтә Рәсәй конгресында шулай уҡ номинациялар буйынса иң яҡшы ғаиләләрҙе тәбрикләү тантанаһы үтә. Шунда уҡ ғаиләгә социаль ярҙам күрһәтеү буйынса эшмәкәрлеккә ҙур өлөш индергән кешеләр «Изге Петр һәм Феврония» миҙалдары менән наградланасаҡ.