Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Урман балаларына ярҙам итеү өсөн Өфө епархияһы хәйриә акцияһы ойоштора

Йәмғиәт

Өфөлә был аҙнала Өфө епархияһы менән ойошторолған «Урман балаларына ярҙам» хәйриә акцияһы үткәрелә. Баш ҡалалағы бөтә ғибәҙәтханаларҙа ла был көндәрҙә балалар кейемдәре, уйынсыҡтар, тәм-том, дарыуҙар ҡабул ителә. Акция аҙағында Иглин районының Урман ауылына миссионерҙар визиты ойоштороласаҡ. 26 майҙа унда асыҡ һауала ғибәҙәт ҡылыу йолаһы атҡарыласаҡ. Теләге булғандарҙың барыһы ла руханиҙарға мөрәжәғәт итә аласаҡ.

Йәштәрҙең «Яңырыу» ижади үҙәге Урман мәктәбендә балаларға байрам ойоштора. Балалар өсөн конкурстар һәм һый менән күңелле уйын-йәрминкә үткәреләсәк. Йәнә үҙәк вәкилдәре Урман балалары өсөн спектакль-әкиәт тә әҙерләгән.

Хәйриә акцияһы Урман ауылында булып үткән фажиғәнең йыллығына арнала. Бер йыл элек хәрби келәттә снарядтар шартлауы һәм янғын сығыуы арҡаһында 115 кеше өйһөҙ ҡалды, күп йорттар ҙур зыян күрҙе. Ул ваҡытта Өфө епархияһы бәләгә тарығандарға ярайһы ҙур ярҙам күрһәтте: көн һайын Өфөнән Урманға машиналар менән халыҡтан йыйылған аҡсаға һатып алынған аҙыҡ-түлек һәм кәрәк-яраҡ тейәп оҙатылды.

Теги: хәйриә
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть