8 декабрь, Кесе йома

21 май 2012 йыл, 10:30

Республика Президенты «Музейҙар төнө» бөтә донъя акцияһында ҡатнашты

автор: «Башинформ» | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йыл һайын үткәрелеүсе «Музейҙар төнө-2012» бөтә донъя акцияһында ҡатнашҡан Өфөнөң бер нисә музейында булды, тип хәбәр иттеләр республика Президентының матбуғат хеҙмәтенән. Быйыл акцияла Башҡортостан баш ҡалаһының 10 музейы ҡатнашты. Рөстәм Хәмитов 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы, Республика Хәрди Дан музейы, «Мираҫ» художество галереяһы, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы, М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы экспозициялары менән танышты.

— Бөгөн илдә һәм бөтә донъяла «Музейҙар төнө» тип аталған ҡыҙыҡлы ваҡиға бара. Был көндә, кистә һәм төндә донъяның барлыҡ музейҙары асыҡ буласаҡ. Кешеләр бушлай галерея, күргәҙмә фонды, музейҙарға бара ала. Бөгөн мин киске ваҡытты, ә бәлки бер нисә төнгө сәғәтте лә, музейҙар буйлап йөрөүгә бағышларға булдым. Республика, Өфө музейҙарын ҡарап сығырға теләйем. Беҙҙә бихисап хазина коллекцияларҙа тупланған, сәнғәт, ҡул эштәре һәм башҡа ресурстар бик күп. Шуға күрә бөгөн барығыҙҙы ла минең менән бергә музейҙарҙы йөрөп сығырға саҡырам, махсус автобустар йөрөйәсәк. Матурлыҡ мөхитенә сорналып, тарих, үткәндәр һәм киләсәк солғанышында булып, бер кис эсендә бер нисә айға алдан энергия алырға була, — тине республика башлығы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейына килеүселәргә мөрәжәғәт итеп.

Белешмә өсөн. Музейҙар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында беренсе урында тора. Республикала 96 музей бар, уларҙың 25-е – дәүләт, 71-е –муниципаль учреждение. Дәүләт музейҙарына түбәндәгеләр ҡарай: БР Милли музейы һәм уның ҡала һәм райондарҙағы 11 филиалы, БР Милли әҙәбиәт музейы һәм уның 5 филиалы, М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы һәм уның 4 филиалы, Республика Хәрби Дан музейы һәм уның бер филиалы. Муниципаль учреждениелар иҫәбенә крайҙы өйрәнеүсе һәм мемориаль музейҙар инә.