10 декабрь, Шәмбе

21 май 2012 йыл, 10:10

Стәрлетамаҡта Эшҡыуарлыҡ көндәре үткәрелә

автор: Любовь Колоколова

23 майҙа Стәрлетамаҡта Эшҡыуарлыҡ көндәре асыла. Улар 26 майҙа билдәләнеүсе Рәсәй Эшҡыуарлыҡ көнө алдынан үткәрелә.

Бәләкәй эшҡыуарлыҡ проблемаларына иғтибар йәлеп итеү һәм яңы эш башлаған эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡи белемен арттырыу – был сараларҙың төп маҡсаты.

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, программала семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, презентациялар үткәреү ҡаралған. Ҡатнашыусылар иғтибарына дөйөм алғанда сауҙа өлкәһе һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге эволюцияһының үҙенсәлектәрен, бизнестың сәскә атыу нигеҙҙәрен, профсоюз ойошмаларының ролен, эш урындарын аттестациялауҙың мөһимлеген асыҡлаусы темалар тәҡдим ителәсәк.  

Беренсе көн Ҡала мәҙәниәт һарайындағы банк хеҙмәттәре йәрминкәһе менән асыласаҡ, артабан «Конкуренцияға һәләтлелекте арттырыу, бизнестың сәскә атыуы факторы булараҡ дәүләт заказында һәм электрон аукциондарҙа ҡатнашыу» темаһына презентация үткәреләсәк.

Эшҡыуарлыҡ көндәренә йомғаҡ яһау һәм бизнес мөхиттең әүҙем ҡатнашыусыларын бүләкләү тантанаһы ҡала хакимиәтендә 25 майҙа үтәсәк.

темалар: эшҡыуарлыҡ