8 декабрь, Кесе йома

21 май 2012 йыл, 9:05

Башҡортостандың аҙыҡ-түлек баҙарын урындағы тауарҙар менән тулыландырырға кәрәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

19 майҙа Рөстәм Хәмитов Бәләбәй районына эш сәфәре барышында Бәләбәйҙәге аҙыҡ-түлек магазиндарының береһенә инде. Башҡортостан Президенты унда тауарға хаҡтарҙы, уның ассортименттын баһаланы.

Республика башлығы айырыуса урындағы етештереүселәрҙең продукцияһы менән ҡыҙыҡһынды. Президентҡа ҡала халҡы әйтеүенсә, бындай продукция халыҡ араһында ҙур һорау менән ҡуллана. Әммә кәштәләрҙәге продукттарҙың ҙур өлөшө башҡа төбәктәрҙән килтерелгән. Башҡортостан Прзиденты республиканың Ауыл хужалығы министрлығына аҙыҡ-түлек баҙарындағы хәлдәрҙе анализлап, уны урындағы тауар менән тулыландырыу сараһын күрергә ҡушты.

Рөстәм Хәмитов йәнә халыҡ менән аралашып, уҡыусыларҙың мәктәптә нисек өлгәшеүе менән ҡыҙыҡһынды, йәш әсәләрҙең проблемаларын тыңланы.

Бәләбәй районы буйлап эш сәфәре дауамында Рөстәм Хәмитов «Знаменский» тоҡомло ҡошсолоҡ совхозы» дәүләт унитар предприятиеһында ла булды. 2005 йылда предприятие банкрот тип танылған һәм конкурс нигеҙендә идара итеүгә тапшырылған. Бөгөн ҡошсолоҡ фабрикаһы тауар йомортҡаһы етештереүсе берҙән-бер дәүләт предприятиеһы иҫәпләнә. Ауыл хужалығы комплексы етәкселеге менән әңгәмәләшеп, республика Президенты предприятиела килеп тыуған хәлдәрҙе күҙәтеп барыуын һәм финанс һауыҡтырыу һәм көрсөктән сығарыу өсөн республика тарафынан ярҙам буласағын билдәләне. Бөгөнгө көндә һалым түләүҙәре буйынса дөйөм бурыс 76 млн һумға тиерлек еткән.