11 декабрь, Йәкшәмбе

21 май 2012 йыл, 9:37

Рөстәм Хәмитов велоуҙышта ҡатнашты

автор: «Башинформ» | фото: Андрей Старостин

Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара велосипедсылар көнөнә арналған «1000 велосипедсы көнө» спорт байрамында ҡатнашты. Рөстәм Хәмитов велоуҙышта ҡатнашыусылар менән бергә Ленин исемендәге майҙандан алып Салауат Юлаев исемендәге майҙанға тиклем велосипедта үтте, тип хәбәр иттеләр БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән. Юл оҙонлоғо 10 километр тәшкил итте. Өфөлә икенсе тапҡыр үткәрелгән спорт байрамында 1500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

— Дуҫтар, барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым. Беҙҙең өсөн, йәғни сәләмәт тормош алып барған, физкультура менән шөғөлләнгән кешеләр өсөн был ысын мәғәнәһендә байрам, — тип мөрәжәғәт итте байрамда ҡатнашыусыларға Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн барыбыҙ ҙа, мең велосипедсы, был майҙанда йыйылдыҡ. Мин үҙем яңыраҡ был спорт төрө менән шөғөлләнә башланым. Һеҙҙең менән бергә был араны үтеп, бының нимә икәнен күргем килә. Ә артабан был хәрәкәтте үҫтерәсәкбеҙ. Киләһе йылға – ике мең, артабан биш мең кеше булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Ҡасандыр ярты Өфө мотлаҡ велосипедҡа ултырасаҡ. Был яҡты көн тыуасаҡ, тип уйлайым. Беҙгә ҡалала велосипед юлдары кәрәк, автомобилдәрҙең әҙерәк булыуы кәрәк. Велосипедҡа – эйе! Спортҡа – эйе! Ура!

«1000 велосипедсы көнө» спорт байрамы Өфөлә тәүгә 2011 йылдың майында үткәрелгәйне. Унда Өфөнән һәм күрше райондарҙан 350 кеше ҡатнашты.