Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Бәләбәй районында ҡатнаш аҙыҡ етештереү буйынса завод төҙөү планлаштырыла

Иҡтисад

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бөгөн Бәләбәй районында ҡатнаш аҙыҡ заводын төҙөү мөмкинлеген тикшерҙе. Республиканың был районына эш сәфәре барышында Рәстәм Хәмитов Приют ҡасабаһындағы «67-се икмәк базаһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте менән дә танышты.

Был предприятиеның етәкселеге Бәләбәй районында ҡатнаш аҙыҡ етештерәсәк ҙур завод төҙөргә ниәтләй. Проект бюджеты яҡынса 400 млн һум менән баһалана. Әлеге ваҡытта уның инфраструктураһын булдырырға, тупраҡҡа анализ эшләргә һәм ошонан һуң ғына объект төҙөләсәк урынды билдәләргә кәрәк.

Бынан тыш, Приют икмәк базаһында элеватор эшләй, уның төп проблемаһы иген дефицитына ҡайтып ҡала. БР Ауыл хужалығы министрлығының мәғлүмәттәренә ярашлы, был яҡын-тирәләге райондарҙың ашлыҡтан ҙур уңыш алмауына бәйле.

Рөстәм Хәмитов предприятие етәкселеге менән берлектә элеваторҙы 2012 йылғы уңышты ҡабул итеүгә әҙерләү мәсьәләһен ҡараны. Ул йәнә «67-се икмәк базаһы» йәмғиәтенең уҙған йылдағы иҡтисади күрһәткестәре менән дә ҡыҙыҡһынды.

Президентҡа һөйләүҙәренсә, Приюттың был предприятиеһы аяғында ныҡ тора. Миҫал өсөн, 2011 йылда ул 21 млн һумдан ашыу саф табыш алған.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, Бәләбәй районында ҡатнаш аҙыҡ заводы төҙөү — «ҡыҙыҡлы, һәйбәт проект». Ҡатнаш аҙыҡ етештереү заводы үҙ эшен 2015 йылда башлаясаҡ, тип күҙаллана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть