Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов газ шартлауынан зыян күргән Приют халҡына яңы йорттан асҡыстар тапшырҙы

Иҡтисад

Бөгөн Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында 2012 йылдың 28 ғинуарында газ шартлауынан зыян күргәндәр өсөн күп фатирлы торлаҡ йорт сафҡа индерелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, фажиғә ул көндө биш кешенең ғүмерен өҙҙө һәм 16 ғаиләне өйһөҙ итте.

100 көн эсендә тиерлек төҙөүселәр емерелгән бинанан алыҫ түгел ерҙә өс ҡатлы торлаҡ йорт күтәрҙе.  

Шартлауҙан зыян күргәндәргә яңы торлаҡ төҙөүгә республика бюджетынан 32 млн һумға яҡын аҡса бүленде.  

Яңы фатир асҡыстарын Приют халҡына бөгөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тапшырҙы. Янғындан зыян күргәндәрҙең барыһы ла 24 фатирлы йорттан торлаҡ алды. Ҡалған фатирҙар социаль торлаҡҡа мохтаж Приют халҡына биреләсәк.  

Әйтергә кәрәк, яңы фатирҙар майҙаны буйынса ғаиләләрҙең фажиғәгә тиклем булған фатирҙарынан бер ҙә ҡалышмай.

— Приют халҡына – сабырлығы, төҙөүселәргә йылдам эшләүҙәре өсөн рәхмәт, улар ҡыҫҡа арала ихатаһында төҙөкләндерелгән балалар майҙансығы менән бергә яңы, сифатлы йорт күтәрә алды, — тине Рөстәм Хәмитов, ҡаза арҡаһында йортһоҙ ҡалғандарға асҡыстар тапшырып.

Үҙ сиратында, өй туйлаусылар Башҡортостан башлығына хәстәрлеге һәм ҙур ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть