Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Иртәгә Өфөлә Башҡортостандың иң «айыҡ» ауылдары билдәләнәсәк

Йәмғиәт

20 майҙа Өфөләге Конгресс-холда «Айыҡ ауыл» республика конкурсының гала-концерты үткәрелә, унда 2011 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың иң «айыҡ» ауылдарының вәкилдәре бүләкләнәсәк.  

Тантана барышында номинацияларҙа еңеүселәрҙең – конкурста ҡатнашҡан иң яҡшы ауыл биләмәләренең, журналистарҙың, муниципалитеттар һәм активистарҙың исемдәре аталасаҡ. Концертта популяр музыканттарҙың сығыш яһауы ла көтөлә. Бынан тыш, «2012 йылдағы иң айыҡ ауыл» конкурсына старт биреләсәк.

Тантана сиктәрендә конкурсты ойоштороусылар һәм еңеүселәр менән матбуғат конференцияһы үткәреләсәк.

Матбуғат конференцияһы 14.00-дә башлана.

Тантана үҙе 15 сәғәткә билдәләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть