4 декабрь, Йәкшәмбе

19 май 2012 йыл, 14:32

Урал аръяғы инвестфорумының төп маҡсаты – яңы эш урындары булдырыу

автор: Галина Бахшиева

Төп темаһы «25-20» стратегияһы: инструменттар, ресурстар һәм тормошҡа ашырыу юлдары» тип билдәләнгән «Урал аръяғы-2012» инвестицион төбәк-ара форумына 19 көн ҡалды. Ул 8-9 июндә Сибайҙа үтәсәк.

— Урал аръяғы төбәгендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу аша иҡтисадтың төрлө тармағында юғары етештереүсәнлеккә эйә эш урындары булдырыу – беҙҙең «20-25» стратегияһы сиктәрендә Рәсәй Президенты менән ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға индергән өлөшөбөҙ ул, — тип билдәләне бөгөн Инвестфорумды үткәреү буйынса ойоштороу комитетының эш төркөмө ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов. – Беҙ инвестиция майҙансыҡтарын лайыҡлы күрһәтергә һәм мөмкин тиклем күберәк инвестициялар йәлеп итергә тейешбеҙ.

Потенциаль инвестмайҙансыҡтар экспозицияла күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ. Унда 2011-2015 йылдарға Урал аръяғын иҡтисади йәһәттән үҫтереү урта сроклы комплекслы программаһы сиктәрендә көньяҡ-көнсығыш төбәге биләмәһендә уңышлы тормошҡа ашырылған проекттар ҙа тәҡдим ителәсәк.

Форумда 250-нән ашыу кеше ҡатнашырға тейеш. Уларҙы бай эстәлекле программа көтә. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышы планлаштырылған. Бынан тыш, форум программаһында төбәктә уңайлы инвестицион мөхитте тәьмин итеү буйынса РФ субъекты башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге стандартын һынап ҡарау һәм ҡулланылышҡа индереүгә мониторинг алып барыусы эксперттар төркөмөнөң асыҡ ултырышын үткәреү ҙә ҡаралған.

Программаның ҙур өлөшөн сәнәғәтте һәм ауыл хужалығын, туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын үҫтереүгә, шулай уҡ экологик проблемаларға, алдынғы банк һәм финанс технологияларына арналған түңәрәк өҫтәлдәр алып тора.

Киң мәҙәни программа ла ҡаралған. Республика ҡунаҡтарына айырыуса һабантуйҙа ҡатнашыу ҡыҙыҡлы буласаҡ.

Форумдың операторы булып БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы сығыш яһай. Палата президенты Юрий Пустовгаров әйтеүенсә, сара төбәктә бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫеше өсөн яңы мөмкинлектәр булдырасаҡ.

темалар: инвестфорум