11 декабрь, Йәкшәмбе

19 май 2012 йыл, 12:52

Башҡортостан Президенты эш сәфәре менән Бәләбәй районында йөрөй

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бөгөн эш сәфәре менән Бәләбәй районына юлланды.  

Әлеге мәлдә Рөстәм Хәмитов Приют ҡасабаһында йөрөй. Бында республика башлығы газ шартлауҙан зыян күргән ҡасаба халҡы өсөн төҙөлгән күп фатирлы торлаҡ йортто сафҡа индереү тантанаһында ҡатнашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2012 йылдың 28 ғинуарында Приютта газ шартлауы арҡаһында ике ҡатлы йорт емерелде, 16 фатирлы йорт халҡы урамда тороп ҡалды. Ҡаза күреүселәр өсөн өс ҡатлы яңы йорт «33 квартал» биҫтәһендә, элеккеһенән әллә ни йыраҡ түгел урында төҙөлгән.

Бынан тыш, бөгөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Приют икмәк заводына, эшселәр ҡасабаһының линия производство идаралығына барырға, шулай уҡ Бәләбәйҙәге 220 урынға иҫәпләнгән яңы балалар баҡсаһы төҙөлөшөн ҡарарға ниәтләй.