8 декабрь, Кесе йома

19 май 2012 йыл, 12:40

Республикала ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратыу буйынса берҙәм система ойошторола

автор: Галина Бахшиева

2012 йылда республикала 112 системаһын – 112 һандары аша оператив хеҙмәттәргә шылтыратыу буйынса берҙәм система төҙөү эштәре старт ала. Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 112 төбәк системаһын булдырыуға бәйле сараларҙы ойоштороу планы раҫланған да инде.  

Йыл дауамында Башҡортостан ҡотҡарыусылары, 112 системаһын ойоштороуҙы иҫәпкә алып, дежур-диспетчерлыҡ персоналын уҡытыуҙы ойоштороу буйынса тәҡдимдәрен, шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә республикала берләштерелгән оператив-диспетчерлыҡ идараһы системаһы тураһындағы положениеларҙың проектын тәҡдим итәсәк.

Белгестәр фекеренсә, ҙур күләмдә техник эштәр үткәрергә, атап әйткәндә, үткәргес селтәрҙәр әҙерләргә, 112 системаһына шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү өсөн унификацияланған программа-технологик комплекслы үҙәктәр төҙөргә тура киләсәк.

Монтажлау, сафҡа индереү, берҙәм система составында эшләүгә һәләтле булыуҙы тикшереү эштәрен ике этапта үткәреү ҡаралған. Беренсе этап – 2012- 2015 йылдар, икенсеһе  2016 йылдан алып 2017 йыл аҙағына тиклем тип билдәләнгән.