11 декабрь, Йәкшәмбе

19 май 2012 йыл, 12:04

Октябрьскийҙа ҡурай байрамы үтә

автор: Розалия Вәлиева

Кисә Октябрьскийҙа XII Республика ҡурай байрамы старт алды.

Конкурста республиканың район һәм ҡалаларынан 268 кеше ҡатнаша. Йошкар-Оланан килгән ҡурайсы ла үҙенең оҫталығын күрһәтәсәк.

Кисә кис мәҙәниәт йортонда республика ҡурайсыларының «Бәйге» конкурсы үтте: айырым башҡарыусылар һәм ансамблдәр инструментта уйнау оҫталығында һәм халыҡ көйҙәрен белеүҙә ярышты.

Ҡурай байрамы бөгөн, 19 майҙа ла дауам итә. Ҡаланың үҙәк майҙанында сәғәт 12-лә театрлаштырылған тамаша башлана. Гала-концерт һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Октябрьскийҙың музыка училищеһында үтәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, XII Республика ҡурай байрамы быйыл билдәле йырсы, фольклор йыйыусы һәм ҡурай буйынса беренсе профессиональ педагог Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған.

темалар: ҡурай байрамы