4 декабрь, Йәкшәмбе

19 май 2012 йыл, 11:43

2012 йыл башынан алып Башҡортостанда 17586 сабый тыуған

автор: Галина Бахшиева

Быйыл тәүге дүрт ай эсендә Башҡортостанда 17586 бала, 9117 малай һәм 8469 ҡыҙ, тыуған.  

«Башинформ» агентлығына Социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы тыуған сабыйҙар араһында 171 игеҙәк һәм 4 өс игеҙәк бар.

Нимәһе мөһим, 2011 йылдағы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, төбәктә тыуым күрһәткестәренең артыуы күҙәтелә.

Бынан тыш, 2012 йыл башында уҡ билдәләнгәнсә, ғаиләләрҙә икенсе һәм өсөнсө бала табыу осраҡтарының артыуы һаҡлана. Ә бына яңы тыуған сабыйҙың уртаса ауырлығы һәм буйы былтырғы кимәлдә ҡалған һәм әүәлгесә 52,12 сантиметр менән 3,35 килограмға тиң.

Өҫтәп үтәйек, «Бала табыу сертификаты» программаһы буйынса «Һаулыҡ» милли проектын тормошҡа ашырыуға 2012 йылда Фондтың төбәк бүлексәһе менән республиканың медицина ойошмаларына 239,5 миллион һум аҡса күсерелгән.