3 декабрь, Шәмбе

19 май 2012 йыл, 11:27

Күгәрсен районында Һабантуй бара

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Күгәрсен эшсәндәре яҙғы баҫыу эштәрен республикала тәүгеләрҙән булып тамамланы. Был ваҡиғаны билдәләү уңайынан бөгөн Мораҡ янында райондың «Һабантуй–2012» байрамы үтә.

«Башинформ» агентлығына Күгәрсен район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, байрам айыҡ йәшәү рәүеше девизы аҫтында үтә: сарала спиртлы эсемлектәр һатыу һәм эсеү тыйылған.

Һабантуй барышында байрам парады, театрлаштырылған тамаша, үҙешмәкәр артистар, һауынсылар, ауыл ихаталары араһында һәр төрлө конкурстар, шулай уҡ ат сабыштары ойошторола.

Йола буйынса байрам ҙур концерт программаһын,  халыҡ уйындарын һәм спорт ярыштарын үҙ эсенә ала. Бында көрәш, ҡолғаға менеү, гер күтәреү һәм армрестлинг ярыштарын күрергә мөмкин.

темалар: һабантуй