4 декабрь, Йәкшәмбе

19 май 2012 йыл, 9:56

Андрей Цибизов Башҡортостандағы хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе итеп тәғәйенләнде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры вазифаһын башҡарыусы Татьяна Голикованың бойороғо менән Андрей Цибизов Башҡортостан Республикаһындағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе — баш дәүләт хеҙмәт инспекторы итеп тәғәйенләнде.  

Андрей Михайлович Цибизов Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында инспекция ойошторолған көндән алып тиерлек эшләй.  1995 йылдың июненән 2003 йылдың ғинуарына тиклем – контроллек итеү бүлеге начальнигы – баш дәүләт хеҙмәт инспекторы вазифаһында (хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса), 2003 йылдың февраленән – Башҡортостан Республикаһындағы баш дәүләт хеҙмәт инспекторы урынбаҫары вазифаһында (хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса).