7 декабрь, Шаршамбы

19 май 2012 йыл, 9:22

Өфөлә һуңғы дөйөм ҡала өмәһе үтә

автор: Галина Бахшиева

19 майҙа өсөнсө, быйылғы яҙҙағы һуңғы дөйөм ҡала өмәһе үткәрелә.  

«Башинформ» агентлығына баш ҡаланың Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә иғлан ителгән территорияларҙы санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығы буйынса һуңғы йомғаҡтар киләһе аҙнаның урталарында билдәле буласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, тәүге ике яҙғы өмәлә 260 меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Улар йыйған сүп-сар күләме 15600 кубометрҙан артып китте.

Бынан тыш, 14 һәм 21 апрелдә үткән өмәләр барышында баш ҡалала 2800-ҙән ашыу ағас һәм шул сама уҡ ҡыуаҡ ултыртылды.