6 декабрь, Шишәмбе

18 май 2012 йыл, 16:43

«Янғантау» шифаханаһының әүәлге директоры 250 мең һум үҙләштереүҙә ғәйепләнә

автор: Ольга Мортазина

«Янғантау» шифаханаһы» дәүләт унитар предприятиеһының элекке директорына ҡарата «Законһыҙ рәүештә дәүләт мөлкәтен үҙләштереү йәки туҙҙырыу» статьяһы буйынса енәйәт эше асылды, тип хәбәр итте Рәсәй Тәфтиш комитетының БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. Дауалау учреждениеһының 54 йәшлек әүәлге етәксеһе, бер үк ваҡытта БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты 250 мең һум аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләнә. Тикшереүселәр версияһы буйынса, 2010 йылдың сентябрендә шифахананың экс-директоры «БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән килешеп тормайынса 2010 йылдың 1-се ярты йыллығы һөҙөмтәләре буйынса үҙенә дәүләт предприятиеһы средстволары иҫәбенә 250 мең һум күләмендә тиерлек бүләккә аҡса түләү тураһында бойороҡ сығарған», тип аныҡлап үттеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының республика идаралығында.

темалар: коррупция