9 декабрь, Йома

18 май 2012 йыл, 16:44

19 майҙа баш ҡалала граждандар өсөн экологик өмәләр үтә

автор: Галина Бахшиева

Шәмбе, 19 майҙа, Өфөнөң Ленин районы Нижегородка биҫтәһендә урынлашҡан күл буйын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмә үтә.

Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, күл буйын сүп-сарҙан таҙартыуҙа волонтерҙар, мәктәп уҡыусылары, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Шул уҡ көндө «Мусора.Больше.Нет» экология йәмәғәт хәрәкәте бер нисә өмә үткәрә. Граждандар өсөн экологик өмәләр Аврора урамындағы, Мәжит Ғафури исемендәге парк артындағы урмандарҙа, шулай уҡ Еңеү паркы биләмәһендә ойошторола.

Ҡаланы сүп-сарҙан таҙартыу һәм төҙөкләндереүгә һәр өфөлө үҙ өлөшөн индерә ала.

Экологик өмәләр 10 сәғәттә башлана.