11 декабрь, Йәкшәмбе

18 май 2012 йыл, 15:02

Рөстәм Хәмитов Әрмәнстандың Рәсәйҙәге илсеһе Олег Есаян менән осрашты

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

18 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөгә «Ҙур химия» халыҡ-ара форумына килгән Әрмәнстандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Олег Есаян менән осрашты, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтендә.

— Беҙҙең форумда ошондай олпат делегацияның ҡатнашыуы эшлекле мөнәсәбәттәр булдырыу күҙлегенән ҡарағанда беҙҙең өсөн ныҡ мөһим һәм һәйбәт. Үҙебеҙ өсөн һәм һеҙҙең бизнес менән артабан хеҙмәттәшлек итеү өсөн кәрәкле нәмәләр ала алғанбыҙҙыр, тип ышанам. Был хеҙмәттәшлектән эшлекле, ысын бизнес мөнәсәбәттәре үҫеп сығыр, тип уйлайым. Һәм был, әлбиттә, бик яҡшы, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

— Башҡортостан территорияһында йәшәгән диаспораларға ярҙам итеү сәйәсәтен дауам итеүебеҙҙе тағы бер раҫлағым килә. Беҙҙең өсөн был үтә мөһим. Рәсәй әрмәндәре союзының төбәк бүлексәһе эшмәкәрлеген ойоштороуҙа ярҙам итеү. Белем биреү программаһын киңәйтеүҙә һәм уны арттырыуҙа ярҙам итеү. Был эштәрҙән беҙ ҡәнәғәтләнеү алабыҙ. Сөнки беҙҙә, Башҡортостанда, йәшәгән кешеләрҙең үҙҙәренең мәҙәни традицияларын үҫтерә барыуын аңлайбыҙ, һәм был беҙҙең өсөн ныҡ мөһим, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.

Рөстәм Хәмитов Әрмәнстанға визит яһарға әҙер булыуын да билдәләне.

— Юғары кимәлдә ошондай осрашыу мөмкинлеге булыуы асыҡланһа, барабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Олег Есаян Башҡортостан Президентына «Ҙур химия»ла ҡатнашырға саҡырыуы өсөн рәхмәт белдерҙе.  

— Ҙур теләк менән беренсе тапҡыр Рәсәй Федерацияһы субъектына илсе визиты форматында түгел, ә Әрмәнстан делегацияһы булараҡ килдек, — тине дипломат. — Тәьҫораттарыбыҙ иҫ киткес шәп. Һеҙҙең республика үҙ иңенә ошондай күләмдәге һәм ошондай йүнәлештәге халыҡ-ара конференцияһын ойоштороу өсөн ҙур яуаплылыҡ алған. Минең дә унда үҙ фекеремде белдерергә мөмкинлегем булды. Элекке Советтар Союзы республикалары киңлегендә дәүләттең баш ҡалаһынан ситтә халыҡ-ара форум үткәрелеүе — беренсе тапҡыр. Ә илде химик-технологик йәһәттән үҫтереү йүнәлеше буйынса был — бөтөнләй уникаль күренеш, — тип билдәләне Олег Есаян.

Белешмә өсөн. 2011 йыл йомғаҡтары буйынса Әрмәнстан Республикаһы менән тышҡы сауҙа әйләнеше 4,2 млн АҠШ долларын тәшкил иткән. Башҡортостандың дөйөм тауар әйләнеше күләмендә Әрмәнстан — 53-сө урында, БДБ илдәре менән бергә 10-сы урында тора. 2011 йылда Башҡортостан Әрмәнстанды сәнәғәт ҡорамалдары (63%), дизель яғыулығы һәм машина майы (27%), натрий бикарбонаты (4%), быяла ампулалар (3%), мебель, резина торба һәм шлангалар, эсемлектәр өсөн быяла шешәләр, көҙгө һәм ҡара металдан фитингылар менән тәьмин иткән. Башҡортостанға Әрмәнстандан төҙөлөш материалдары (53%), минераль һыу (43%) ҡайтарылған.