10 декабрь, Шәмбе

18 май 2012 йыл, 15:27

Анна Чапман Өфө дәүләт авиация техник университетында булды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Эльвира Ғәниева

«УМА» йәш ғалимдарға ярҙам итеү фонды етәксеһе Анна Чапман, II «Рәсәйҙә фән һәм мәғариф өлкәләрен камиллаштырыу: проблемалар, өҫтөнлөктәр һәм мөмкинлектәр» Волга буйы федераль округының йәш ғалимдары форумы эшендә ҡатнашып, Өфө дәүләт авиация техник университетында булды. Ул университет етәкселеге менән осрашты һәм вуздың уҡытыу-ғилми инновацион үҙәктәр лабораторияһында, авиация двигателдәре музейында, Йыһандан мәғлүмәт ҡабул итеү һәм эшкәртеү үҙәгендә булды, тип хәбәр иттеләр университеттан.

Вуздың матбуғат үҙәгенә интервьюһында Анна Чапман былай тине: «Күптән һеҙҙең ҡалаға килергә теләй инем. Техник университетта булыу, белем алырға һәм киләсәкте төҙөргә теләгән йәштәрҙең янып торған күҙҙәрен күреү ҡыуаныслы. Сөнки бөгөнгө студенттар киләсәктә ил менән идара итәсәк».