Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Республикала «Мин - граждан» социаль проекттар конкурсы иғлан ителде

Сәйәсәт

Башҡортостанда «Мин — граждан» социаль проекттар конкурсы иғлан ителде. Уны ойоштороусылар булып «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, төбәктең Мәғариф министрлығы сығыш яһай. Инициативалы йәштәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, ғаилә институтын нығытыу, сәләмәт тормошто пропагандалау (наркомания, алкоголизм һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү), йәштәр араһында патриотизм, рухи-әхлаҡи мәҙәниәт һәм толерантлыҡ формалаштырыу, йәштәрҙең ижади һәләттәрен асыу, йәмәғәтселек һәм дәүләт власы органдары иғтибарын йәштәр өсөн торлаҡ мәсьәләһенә йәлеп итеү сараның төп маҡсаттары булып тора.

Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса үткәрелә: йәш ғаиләне нығытыу һәм уға ярҙам итеү; йәштәрҙең ижади һәләттәрен асыу; йәш быуындың интеллектуаль мөмкинлектәрен асыу; сәләмәт тормошто пропагандалау (наркомания, алкоголизм һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү); йәштәр араһында патриотизм формалаштырыу; йәштәрҙең сәйәси белемен арттырыу; йәштәр араһында рухи-әхлаҡи мәҙәниәт һәм толерантлыҡ формалаштырыу; йәштәр өсөн торлаҡ мәсьәләһен киңәйтеү; халыҡтың социаль яҡланмаған ҡатламына ярҙам итеү; экологик хәлде яҡшыртыу; кесе туғандарыбыҙ (зоопроект); номинацияһыҙ.

Бәйгелә 16-нан алып 35 йәшкә тиклемге теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Заявкалар «Йәш Гвардия»ның урындағы бүлексәләрендә 15 июлгә тиклем ҡабул ителә.

Конкурс финалистары «Мин — граждан» төбәк-ара форумына барасаҡ, сара 20-27 августа Бәләбәй районының «Аҡсарлаҡ» лагерында үтә.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, конкурста еңеүсе проекттар республика кимәлендә тормошҡа ашырыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть