8 декабрь, Кесе йома

18 май 2012 йыл, 16:11

Урта Азиянан килгән һәр рейстың пассажирҙары Рәсәйгә ҙур күләмдә насвай алып инергә тырыша

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Быйыл Волга буйы төбәге таможняһы хеҙмәткәрҙәре насвайҙы рөхсәт ителгән күләмдән артыҡ индереүҙең 1800-ләп осрағын асыҡлаған. Тартып алынған тауарҙың ауырлығы тонналар менән үлсәнә.

Сәйнәү өсөн тәғәйенләнген тәмәкене илгә законһыҙ индереү факттары буйынса асылған административ эштәр иҫәбе буйынса Башҡортостан таможняһы Волга буйы таможня идаралығы таможнялары араһында икенсе урында тора — бында 374 эш асылған, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

— Ҡануниәттә насвай имеү өсөн тәғәйенләнгән тәмәке булараҡ билдәләнә. Ошоға ярашлы, насвайҙы илгә алып инеү нормалары ла тәмәкенеке кеүек. 18 йәше тулған һәр граждан шәхси ихтыяжында таможня союзы биләмәһенә 200 сигарета йәки 50 сигара йәки 250 грамм тәмәке йәки дөйөм ауырлығы 250 грамдан артмаған ошо үрҙә күрһәтелгән изделиены алып инә ала. Әгәр пассажирҙа норманан артыҡ тәмәке продукцияһы табылһа, ул тартып алына, ә граждан үҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырыла, — тип хәбәр ителә Волга буйы таможня идаралығының сайтында.  

Азия илдәренән, башлыса, Тажикстандан һәм Үзбәкстандан килгән һәр халыҡ-ара рейста Волга буйы федераль округының таможня хеҙмәткәрҙәре насвайҙың рөхсәт ителгән норманан күпкә артыҡ индерелеүен асыҡлай.

— Насвай ҡулланыу тәбиғи һаналған Урта Азия илдәрендә был ҡушылманы кустарь ысул менән эшләйҙәр. Насвай составына тәмәке, һүндерелгән эзбиз, май инә. Эксперттар, насвай ҡулланыу арҡаһында тиҙ арала никотинға бәйлелек барлыҡҡа килә, насвай ауыҙ, тамаҡ органдарының яман шеш ауырыуҙарына, ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙарына сәбәпсе булыуы ихтимал, тип билдәләй. Ҡушылмала ағыулы матдәләр, атап әйткәндә, кадмий һәм ҡурғаш булыуы ла асыҡланған. Лаборатор тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә насвай ҡулланыусыларҙың ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн хәүефле, сифатһыҙ тауар тип танылған,— тип билдәләнеләр Волга буйы таможня идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.