3 декабрь, Шәмбе

18 май 2012 йыл, 12:34

БашДУ-ла дистанциялы уҡытыу сайты эшләй башланы

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт университетында дистанциялы уҡытыу сайты ҡулланылышҡа индерелде, система Moodle платформаһында тормошҡа ашырылған һәм әле һынау режимында эшләй. Был турала юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгендә хәбәр иттеләр. Әле  сайтта курстар менән тулыландырыу эштәре алып барыла – был йүнәлештә БашДУ-ның Эшҡыуарлыҡ идаралығы һәм хәүефһеҙлеге институты менән математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты уҡытыусылары әүҙем эш алып бара.

Дистанциялы уҡытыу сайтында бер структураға һалынған уҡыу әсбаптары, лекция материалдары биреләсәк, уларҙы уҡып сыҡҡандан һуң студент материалдарҙы нисек үҙләштергәнен баһалау, хатта зачет биреү өсөн тест үтә йәки өйгә эштәрҙе эшләй аласаҡ. Бынан тыш, яңы йүнәлеш уҡыу процесын семинарҙар формаһында ойошторорға, студенттарҙың сайтҡа инеү-инмәүен күҙәтеп барырға, курсты тамамлағандан һуң эштәрҙе баһаларға, статистика алып барырға, форум һәм чаттар ярҙамында уҡытыусыларҙың студенттар менән аралашыуын тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.

Белешмә. Рәсәйҙә дистанциялы белем алыу мөмкинлеге бирелгән тиҫтәләгән вуз бар, улар араһында М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Санкт-Петербург политехник университеты, Ҡазан дәүләт медицина академияһы, Өфө дәүләт нефть техник университеты, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы бар.

темалар: мәғариф,вуздар