9 декабрь, Йома

18 май 2012 йыл, 11:45

Стәрлетамаҡта сауҙа эволюцияһына арналған семинар үткәрелә

автор: Любовь Колоколова

23 майҙа Стәрлетамаҡта сираттағы түләүһеҙ «Сауҙа эволюцияһы-2012. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларының конкуренцияға һәләтлелеген арттырыуҙағы төп факторҙар» семинары үткәрелә.

Сараны БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты һәм Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте ярҙамында БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы ойоштора.  

Семинарҙа «Башҡортостан Республикаһының сауҙа предприятиелары әйләнешендә булған аҙыҡ-түлек тауарҙарының сифаты тураһында», «Шәхси мәғлүмәттәр өлкәһендәге мотлаҡ талаптар», «Алкоголь продукцияһы әйләнешен көйләүсе закондар» кеүек темалар ҡараласаҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан сауҙа ассоциацияһында.

темалар: сауҙа,семинар